Открытие 85-го - юбилейного - сезона!

Дуҫтар! Арыҫлан Мөбәрәков ис. театрҙың 85-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕн асыу спектаклдәренә рәхим итегеҙ!

Иң тәүге көндә, йәғни 21 сентябрҙә, "ТЕАТР ТӨНӨ" акцияһы уҙғарыласаҡ.
"Театр төнө" сәғ. 19.30 башланасаҡ. Был үҙенсәлекле сарала һеҙҙе спектаклдәр персонаждары ҡаршы алып, тылсымлы театр донъяһына оҙатасаҡ.
Спектаклдән тыш, тамашасылар өсөн конкурстар, ретро-ритайым һәм, әлбиттә, бүләктәр әҙерләнә!
Бер һүҙ менән әйткәндә, тамашасыларҙы күңелле ТЕАТРАЛЬ ТӨН көтә!
21-дә! Сентябрҙә! Бар Сибай ҡалаһын театраль төн ҡаплап аласаҡ! Театр йондоҙҙары барығыҙға ла онотолмаҫлыҡ сихри мәлдәр бүләк итәсәк!

Ә артабанғы көндәрҙә үткән миҙгел премьераларына көтөп ҡалабыҙ!

Һеҙҙән бары тик күтәренке кәйеф һәм театрға килеүегеҙ генә көтөлә, хөрмәтле дуҫтар! РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

← Назад в раздел

Спектакль « Йәшлеккә ҡайтыу» ( Возвращение в молодость) по пьесе С.Абузарова.

"Эт саба, тип..." - "Капкан" (Эсфир Ягудин)

"Юғалған йәшлегем" (Ризуан Хәмид)

Пьеса С.Суриной "Заятүләк менән Һыуһылыу" ("Заятуляк и Хыухылыу")

Кукольный    спектакль “ Ай да репка!” по мотивам народной сказки

Спектакль по пьесе Г. Каюма «Наследство» (Мираҫ)

Спектакль “Продайте Вашего мужа” по пьесе М.Задорнова “Последняя   попытка” ( Иреңде миңә һат!)